

15 февралдә Бәләбәй районында йәшәгән Ҡәнзиә Ғилфанова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтан билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡәнзиә Нәсхетдин ҡыҙы комбайнсы булып эшләгән, Киров өлкәһендә торф сығарған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа алдынғы колхозсы булған.
Тормош иптәше Миәссәр Шәймөхәмәт улы менән Аҡбаҫар ауылында төпләнгәндәр. Үкенескә күрә, ире иртә донъя ҡуйған, шуға күрә уға балаларын яңғыҙ үҫтерергә тура килгән. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, тырышып эшләп, өс ҡыҙын – Флүрәне, Гөлсирәне, Миңһылыуҙы оло тормош юлына аяҡҡа баҫтырған.
«Тормошта иң мөһиме – һәр нәмәнең яҡшы яғын күрергә тырышыу, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыу, ти йөҙйәшәр. Ҡәнзиә Нәсхетдин ҡыҙы яҡташтары араһында ихтирам ҡаҙанған. Ҡыҙҙары ғына түгел, алты ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары ла уның аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һала», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Азат Сәхәбиев.