

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2023» конкурсының еңеүселәре билдәле булды.
«Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» конкурсында 114-се мәғариф үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҙгөл Сирбаева еңеп сыҡты, тип хәбәр итә Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин.
«Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2023» конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһында 9-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильяс Һағынбәков алға сыҡҡан. Ә «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында 45-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эмиль Сәғитов уңышҡа өлгәшкән.
Бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтеп, «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» конкурсында 93-сө физика-математика лицейының немец теле уҡытыусыһы Алена Кнауб алдынғылыҡты бирмәгән.
147-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Анастасия Самсонова «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсының «Педагогик дебют» номинацияһында еңгән.
«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы 2023» конкурсының абсолют еңеүсеһе булараҡ иһә 39-сы гимназияның математика уҡытыусыһы Артем Баянов танылған.