-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Февраля 2023, 05:23

Донъяның 11 иленә визаһыҙ барырға мөмкин буласаҡ

Рәсәй донъяның 11 иле менән визаһыҙ режим индерергә планлаштыра, тип белдерҙе сит ил эштәре министры Сергей Лавров.

Добавить в предпочтительные источники Google
Донъяның 11 иленә визаһыҙ барырға мөмкин буласаҡДонъяның 11 иленә визаһыҙ барырға мөмкин буласаҡ
Донъяның 11 иленә визаһыҙ барырға мөмкин буласаҡ

Рәсәй донъяның 11 иле менән визаһыҙ режим индерергә планлаштыра, тип белдерҙе сит ил эштәре министры Сергей Лавров. Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итте.

«Беҙ виза режимын еңеләйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Әле 11 ил менән тулыһынса визаһыҙ сәфәрҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана, тағы ла 6 илдә, әгәр хаталанмаһам, Һиндостанда, Индонезияла, шарттар бик ябай», — тип сит ил эштәре министрының телмәренән өҙөмтә килтерә баҫма.

Лавров һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта электрон визалар биреүгә сикләүҙе ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһе тикшерелә, дуҫ булмаған илдәрҙән тыш, 70-кә яҡын ил хаҡында һүҙ бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-15/rossiya-vvedet-bezvizovyy-rezhim-s-11-stranami-3144315

Автор:
Читайте нас