+9 °С
Облачно


Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповтың ғаиләһендә өсөнсө бала донъяға килгән.
Ул хәҙер - өс малайға атай.
- Өсөнсөгә атай булып, бәләкәсте йортобоҙға алып ҡайтып мәшәҡәтләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Уңған килен ул таба тип, мине өсөнсөгә уллы иткән тормош юлдашым Айгизәгә, изге теләктәрен юллаусы барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәле, тәүфиҡлы булып үҫһен ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа, - тип яҙған Рөстәм Динислам улы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.