+6 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраля 2023, 07:48

«Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк, изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Сәңгелдәктә бәүелгән сабый сәләмәт, тыныс булған, үҙен ҡурсаулы тойған – сөнки ул Йыһан тирбәлеше менән бер тулҡында сәңгелдәп, әсә моңон тыңлап үҫкән. Әле лә сәңгелдәк көнитмешебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, бигерәк тә уға бәйле хәтирәләр ғәзиз. «Моңло сәңгелдәк» тигән яңы бәйгебеҙҙе тап ошоларҙы иҫәпкә алып иғлан итәбеҙ ҙә инде.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!«Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!
«Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!

Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк, изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Сәңгелдәктә бәүелгән сабый сәләмәт, тыныс булған, үҙен ҡурсаулы тойған – сөнки ул Йыһан тирбәлеше менән бер тулҡында сәңгелдәп, әсә моңон тыңлап үҫкән. Әле лә сәңгелдәк көнитмешебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, бигерәк тә уға бәйле хәтирәләр ғәзиз. «Моңло сәңгелдәк» тигән яңы бәйгебеҙҙе тап ошоларҙы иҫәпкә алып иғлан итәбеҙ ҙә инде.

                       «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһенең шарттары (положение)

Бәйгене ойоштороусы:

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы.

Бәйгенең маҡсаттары һәм бурыстары: рухи хазиналарыбыҙҙы һаҡлау, халҡыбыҙҙың бала тәрбиәләүгә ҡағылышлы ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға еткереү, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү.

Бәйгене үткәреү ваҡыты:

Бәйге йыл дауамында барасаҡ, йомғаҡтар 2023 йылдың декабрь айында яһаласаҡ.

Талаптар һәм бәйгене үткәреү тәртибе:

Бәйгелә Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Йәш, һөнәр буйынса сикләүҙәр юҡ. Ошоғаса башҡа баҫмаларҙа, шулай уҡ Интернет селтәрендә донъя күрмәгән сәңгелдәк хаҡында хәтирәләр, видеояҙмалар, фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Материалдарҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһына (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) алып килергә йәки почта аша, шулай уҡ  журналдың электрон адресына bashkizi2022@mail.ru «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһенә» тип билдәләп ебәрергә мөмкин. Хатта ҡатнашыусының тулы исемен, йәшен, адресын, телефонын күрһәтергә, үҙе, шөғөлө тураһында ҡыҫҡаса ғына яҙып үтергә кәрәк.

Фотоһүрәттәрҙең сифатлы (dpi 300) булыуы шарт.

Эштәрҙе баһалау:

Бәйгегә ебәрелгән материалдарҙы абруйлы жюри баһалай. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Иң яҡшы эштәр  – журнал биттәрендә, видеояҙмалар социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә, рәсми сайтыбыҙҙа урын аласаҡ.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас