+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраля 2023, 06:25

Башҡортостанға Владимир Спиваков килә

Кисә “Рәсәй” медиаүҙәгендә VI «Владимир Спиваков саҡыра...» Бөтә Рәсәй фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға Владимир Спиваков киләБашҡортостанға Владимир Спиваков килә
Башҡортостанға Владимир Спиваков килә

Кисә “Рәсәй” медиаүҙәгендә VI «Владимир Спиваков саҡыра...» Бөтә Рәсәй фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Унда мөһим мәҙәни ваҡиға тураһында Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин һөйләне.

Фестиваль 21–23 февралдә Өфөлә үтә. Данлыҡлы скрипкасы һәм дирижер, СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы Владимир Спиваков етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли филармония оркестры республика ҡалаларында өс концерт бирә. Сара Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Бөтә Рәсәй филармония миҙгеле” программаһы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы булышлығы ярҙамында ойошторола.

Концерттар 21 һәм 22 февралдә Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, 23 февралдә Салауат ҡалаһында, “Нефтехимик” мәҙәниәт йортонда, була.  

Автор:
Читайте нас