-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраля 2023, 05:00

Указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Указға ҡул ҡуйылдыУказға ҡул ҡуйылды
Указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһы Мортаза Рәхимов исемен йөрөтәсәк.

Бынан тыш, республика Хөкүмәте – республика белем биреү учреждениеларының береһенә, ә Өфө хакимиәте баш ҡаланың бер үҙәк урамына уның исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.

Өфөлә шулай уҡ беренсе Президентҡа һәйкәл һәм ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, ә уның тыуған ауылы Тәүәкәндә музей асыла.

Республиканың Милли музейында республиканың беренсе Президенты эшмәкәрлеге тураһында материалдар йыйыу башлана, ә Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның тураһында биографик энциклопедия сыға.

Автор:
Читайте нас