

Кисә Өфөлә, опера һәм балет театрында, “Бөйөк бас” тип исемләнгән ҙур концерт менән Шаляпин йылы асылды.
Билдәле булыуынса, бөйөк артистың тыуыуына 13 февралдә 150 йыл тулды.
Шаляпин йылы сиктәрендә республикала концерттар һәм спектаклдәр күрһәтеләсәк, вокалсылар конкурсы, музыкаль һәм музей кисәләре, һынлы сәнғәт күргәҙмәләре ойоштороласаҡ, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битендә.
Йырсы Өфө театры сәхнәһендә Станислав Монюшконың “Галька” операһында Стольниктың яңғыҙ партияһы менән тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенән юбилей концертында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләп:
– Фёдор Иванович Шаляпин – үҙенсәлекле яҙмышлы кеше, иҫ киткес талантлы башҡарыусы. Ул ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, Өфөгә йәш малай ғына булып килгән. Беҙ, Башҡортостан халҡы, бөйөк рус басының ижад юлын нәҡ ошонда, иҫ киткес ҡалабыҙҙа башлауы менән ғорурланабыҙ, Беҙ Өфөлә бөйөк йырсы хаҡында хәтерҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Театр ҡаршыһында Фёдор Шаляпинға һәйкәл ҡуйылған, Сәнғәт институтының концерт залы уның исемен йөрөтә. Тиҙҙән үҙенсәлекле экспонаттар менән музыка музейы үҙ ишектәрен аса, – тине.