+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраля 2023, 07:03

Пенсионерҙарыбыҙ Белоруссияға сәйәхәт ҡыла аласаҡ

Республика пенсионерҙары “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына барып ҡайтырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пенсионерҙарыбыҙ Белоруссияға сәйәхәт  ҡыла аласаҡПенсионерҙарыбыҙ Белоруссияға сәйәхәт  ҡыла аласаҡ
Пенсионерҙарыбыҙ Белоруссияға сәйәхәт ҡыла аласаҡ

Республика пенсионерҙары “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына барып ҡайтырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә ошо проектты бойомға ашырыу идеяларын әҙерләргә ҡушты. Ул, республиканың туризм һәм транспорт министрҙарына мөрәжәғәт итеп, бер аҙна эсендә шул турала доклад яһарға кәрәклеген әйтеп үтте.

2023 йылда “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы республикабыҙҙың 20 мең пенсионерын солғаясағын билдәләп китәбеҙ. Уны ғәмәлгә ашырыуға 48 миллион һум аҡса бүленгән. Өләсәйҙәр һәм олатайҙар йылына бер тапҡыр республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына бушлай сәйәхәт ҡыла ала. Проект тиҙҙән халыҡ-ара кимәлгәсә киңәйтеләсәк.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас