+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраля 2023, 06:59

Бейә һөтөнән косметика етештерәсәктәр

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтан билдәле булыуынса, был проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейә һөтөнән косметика етештерәсәктәрБейә һөтөнән косметика етештерәсәктәр
Бейә һөтөнән косметика етештерәсәктәр

Республикала «Благзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бейә һөтөнән косметика етештерергә уйлайҙар.  

 Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтан билдәле булыуынса, проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына. Аҡса етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Производствоны асыу ун яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Компания хужаларының йылына 6500 тауар етештереп сығарыу планы бар. Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй.

Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-14/v-bashkirii-nachnut-proizvodit-kosmetiku-na-osnove-kobyliego-moloka-3141855

Автор:
Читайте нас