+7 °С
Облачно


Кисә кис Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы колхозында янғын сыҡҡан. Малсылыҡ комплексының корпусына ут тоҡанған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Янғынды һүндереүгә шәхси составтан 13 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән. 1400 квадрат метрҙан ашыу майҙан уттан зыян күргән.
50 баш эре малды ут ялмап алған бинанан сығарып өлгөргәндәр, 16 һыйыр тереләй янып үлгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.