-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Февраля 2023, 07:37

Яҡут күле буйында шифахана төҙөләсәк

Көйөргәҙе районының Яҡут күле буйында яңы шифахана һалынасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡут күле буйында шифахана төҙөләсәкЯҡут күле буйында шифахана төҙөләсәк
Яҡут күле буйында шифахана төҙөләсәк

Көйөргәҙе районының Яҡут күле буйында яңы шифахана һалынасаҡ. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов  шифалы батҡаҡлы күлдең халыҡ араһында бик популяр булыуын билдәләй.

«Беҙҙә ләм дауалау үҙенсәлегенә  эйә, тигән документтар бар. Һығымта Петербург медицина ғилми үҙәгенән алынған. Бына ун йыл инде ошо күлдән кеше өҙөлгәне юҡ. Халыҡ һыу инә, һаулығын нығыта. Ләмдең башлыса быуын ауырыуҙарынан файҙаһы ҙур. Күл буйында ял итеүселәр йылдан-йыл арта. Шуға күрә был урынды төҙөкләндерергә булдыҡ», – ти Тимур Иҙрисов.

Яңы курортты быйыл төҙөй башлау планлаштырыла. Шифахана 750 кеше өсөн иҫәпләнәсәк, унда дауалау-һауыҡтырыу корпусы, отель, йәшәү өсөн айырым йорттар, ашхана һәм ресторан, спорт һәм балалар майҙансыҡтары буласаҡ, шулай уҡ бында 120 яңы эш урыны булдырыла.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, шифахананы төҙөү һәм уны йыһазландырыу 1,5 миллиард һумға төшәсәк. Тимур Иҙрисов һүҙҙәренсә, проектҡа аҡса һалырға әҙер инвестор табылған. Яңыраҡ проект Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған. Республика яғынан ошондай объекттарға ҡыҙыҡһыныу ҙур һәм беҙ ярҙам итергә әҙер, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

 

Автор:
Читайте нас