

Районда спорт күп тармаҡлы. Быны һуңғы көндәрҙә үткән ярыштар һәм айырым спортсыларҙың уңыштары асыҡ күрһәтә.
Ял көндәрендә Асҡарҙа Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХV Спартакиадаһы иҫәбенә саңғы буйынса зона-республика ярыштары үтте, тип яҙа үҙенең сайтында “Осҡон” гәзите. Ә Таштимерҙә ат спорты буйынса бәйге булған. Саналарҙа уҙыш заезында өс йәштән өлкән аттар 6000 метрлыҡ дистацияла көс һынашҡан.
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физкультура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмовтың иҫтәлегенә милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса республика фестивалендә район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең гер спорты буйынса командаһы өс йыл рәттән беренсе урынды биләй. Был юлы район намыҫын тренер Мораҙым Тәхәүетдинов етәкселегендәге Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусылары яҡлаған. Үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында Динислам Абдуллин, Салауат һәм Урал Ҡаһармановтар, беренсе урын алып, Башҡортостан Республикаһы чемпионы исеменә лайыҡ булған. Рушан Зәйнуллин - икенсе, Нуриман Солтанов дүртенсе урындарҙы биләгән.
Салауат ҡалаһында 2008-2009 йылғы малайҙар араһында хоккей буйынса үткән “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй финал ярыштарында Башҡортостан Республикаһы командаһы составында район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Искәндәр Хәлилов менән Айтуған Йосопов (тренерҙары – Мурзабаев Динир, Сафиуллин Азат) ҡатнашҡан. Улар уйнаған Башҡортостан командаһы, Алтай крайы, икенсене Силәбе хоккейсыларынан ҡалышып, өсөнсө урын алған.