-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2023, 03:30

Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы

21 февралдә «Торатау» конгресс-холында «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлыХалыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы
Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы

21 февралдә «Торатау» конгресс-холында «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы ойошторола.

Уны Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә үткәрә. Күренекле шағирҙар Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айытматовтың ижади эшмәкәрлеге буйынса һөйләшеү була. 

Осрашыуҙың программаһында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, телсе-ғалим Фирҙәүес Хисаметдинованың, милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ошо яҙыусыларҙың дуҫлығы һәм берлектәге ижади эшмәкәрлеге, әҫәрҙәрҙе Рәсәйҙең дәүләт телдәренә тәржемә итеү тураһында сығышы, йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусыларының туған телдәге сығышы ҡаралған.

Милли әҙәбиәт музейының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, «Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө» әҙәби осрашыуы «Әҙәби гөлләмә» фестивален аса. Фестиваль Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыу буйынса дәүләт сәйәсәте сиктәрендә йыл дауамында уҙғарыла.

Фестиваль программаһында тел, әҙәби байрамдарға бәйле календарь даталар, шулай уҡ шиғриәткә, яҙыусылыҡҡа ҡағылышлы иҫтәлекле даталар, мөһим әҙәби даталарҙы үҙ эсенә алған саралар бар. Шулай уҡ төбәк-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар ойоштороу ҡаралған. «Әҙәби гөлләмә» фестивален ябыу тантанаһы 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә уҙа.

Автор:
Читайте нас