+9 °С
Ясно


Ковид вирусын эләктереүсе яҡташтарыбыҙ тәүлек эсендә 229-ға артҡан.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 350 меңгә яҡын тәшкил итә.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 157 кеше дауалана, шуларҙың 132-һе – оло йәштәгеләр. Сиргә улай уҡ ныҡ бирешмәйенсә өйөндә дауаланыусылар – 1743, 531-е – 60 йәште үткән өләсәйҙәр һәм олатайҙар, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Фото "Башинформ"дан алынды.