+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Февраля 2023, 10:31

Башҡортостанда балалар уйынсығы өсөн символика булдырыла

Башҡортостанда балалар өсөн уйынсыҡтар һәм башҡа продукциялар өсөн үҙ символикаһын булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда балалар уйынсығы өсөн символика булдырылаБашҡортостанда балалар уйынсығы өсөн символика булдырыла
Башҡортостанда балалар уйынсығы өсөн символика булдырыла

Башҡортостанда балалар өсөн уйынсыҡтар һәм башҡа продукциялар өсөн үҙ символикаһын булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлы Александр Шельдяев билдәләүенсә, ошо маҡсатта властар индустрияны үҫтереүҙең юл картаһын раҫлаған.

«Был өлкә — беҙҙең өсөн мөһим, республика ошо тармаҡты үҫтерергә йыйына. 2022 йылдың октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, декабрҙә индустрияны үҫтереү буйынса юл картаһын раҫланыҡ, ИДТ өлкәһендә мәшғүл сәнәғәт предприятиелары реестрын төҙөйбөҙ. Хәҙер унда 84 ойошма. Был сәнәғәттең ҙур ҡатламы һәм беҙ уға ярҙам итергә йыйынабыҙ»,— тине Шельдяев.

Илдең уйынсыҡтары баҙарында Башҡортостандың өлөшө 0,7%, йәғни 1,5 миллиард һум тәшкил итә, тип белдерҙеләр республика хөкүмәтендә.

«Миллиард ярым — динамиканы шунан башлап күҙәтәбеҙ. Һуңғы айҙарҙа һеҙҙең команда балалар тауарҙары индустрияһын үҫтереү өсөн бик күп эшләне, айырыуса башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда. Хәҙер төп тауар төркөмдәре һәм хаҡтар ҡуйыу буйынса предприятиелар исемлеген төҙөргә тәҡдим итәм. Етештереүсе мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм ял үҙәктәре өсөн һатып алған ведомстволар өсөн бөтә мәғлүмәтте бирә ала», —  тине Рәсәй Президенты ҡарамағындағы ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ағзаһы, балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-10/v-bashkirii-sozdadut-sobstvennuyu-simvoliku-dlya-detskih-igrushek-3137893

Автор:
Читайте нас