+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраль 2023, 12:27

Күп балалы әсәләрҙе хөрмәтләп

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60-тан ашыу ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 30 районынан һәм биш ҡалаһынан: Октябрьскийҙан, Нефтекаманан, Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Өфөнән күп балалы әсәләр бар.

 «Әсәлек даны» миҙалының 1998 йылда булдырылыуын билдәләп китәбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә уға һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Быға тиклем уның күләме 17 241 һум ине.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: