+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 11:09

Тоҡомло малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидия бирелә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тоҡомло ҡошсолоҡто һәм малсылыҡты үҫтереүгә субсидиялар биреү өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Тоҡомло малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидия бирелә
Тоҡомло малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидия бирелә

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тоҡомло ҡошсолоҡто һәм малсылыҡты үҫтереүгә субсидиялар биреү өсөн ғаризалар ҡабул итә башланы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Субсидияның ставкаһы – шартлы мал башына 3,5 мең һум. Аҡса малдарҙы аҫрау өсөн бүленә.

«Республикала индустриаль һөт фермаларын күбәйтеү пландарын иҫәпкә алып, беҙгә юғары продуктлы малдарҙы арттырырға кәрәк. Башҡортостанда 81 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй. Шуларҙың 51-е һөт малсылығы буйынса махсуслашҡан. Дәүләт ярҙамы ошондай хужалыҡтарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк», – тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Был маҡсатта быйыл федераль һәм төбәк бюджеттарынан йәмғеһе 165 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.

 Субсидия юллауға документтар 7 февралдән 17 февралгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 409-сы кабинет (иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем).

Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас: