+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 08:38

Өфө – Минск тура авиарейсы асыла

6 мартта Өфө аэропортынан Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға тәүге самолет оса, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

«Башҡортостан менән Беларусь араһында тығыҙ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырылды, – тине ул. – Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнештәр булдырҙыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерергә теләйбеҙ. Июнь айында Өфөлә ике ил төбәктәренең форумы быға тағы ла бер етди этәргес булыр тип көтәбеҙ».

Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көнөндә башҡарыла. Юлдағы ваҡыт – өс сәғәт. Билеттар һатыуға сығарылған да инде.

Автор:
Читайте нас: