+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 08:30

Башҡортостан тарихын уҡытыу буйынса программа әҙерләү буйынса конкурс

«Башҡортостан тарихы»н уҡытыу буйынса концепция һәм яҡынса дөйөм белем биреү программаһын әҙерләүгә конкурс иғлан ителгән. 

Унда айырым авторҙар ҙа, 2-5 кешенән торған авторҙар коллективы ла ҡатнашырға мөмкин.

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 20 февралгә тиклем ҡабул ителә. Документтарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк (Өфө, Минһажев урамы, 120, 213-сө бүлмә).

Конкурс ике этапта уҙғарыла. Беренсе этап ағымдағы йылдың 17 мартына тиклем дауам итә (Башҡортостан тарихын уҡытыу концепцияһы проекттарын һайлап алыуҙы үҙ эсенә ала).

Икенсе этап 2023 йылдың 10 апреленә тиклем бара. Ул Башҡортостан тарихын уҡытыуҙың яҡынса белем биреү программаһын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас: