+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль 2023, 11:07

Ғашиҡтар көнөндә Өфөлә популяр йырсы сығыш яһай

14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, Өфөлә популяр автор-башҡарыусы МС Баштың концерты (12+) була.

Ғашиҡтар көнөндә Өфөлә популяр йырсы сығыш яһай
Ғашиҡтар көнөндә Өфөлә популяр йырсы сығыш яһай

14 февралдә, Ғашиҡтар көнөндә, Өфөлә популяр автор-башҡарыусы МС Баштың концерты (12+) була.

МС Баш (Заһит Ҡунафин) — башҡорт рэп-мәҙәниәтендә танылған исем. Артист йәнә ижадташ дуҫтарын йыя. Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Физалиә Вәлиева, Бошман, Наил Башстайл, Гүзәлиә Вәлиева, Ильяс Күлсенбаев, Айгөл Әминева, Илгиз Абдрахманов сығыш яһай.

Концертта артистың ваҡыт һынауын үткән хиттары, шулай уҡ дуэттар һәм яңы йырҙар яңғырай. Кисә башҡарыусының ижадын һәм башҡорт эстрадаһын һөйөүселәр өсөн ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин. «Пушкин картаһы» менән дә түләү мөмкинлеге бар. Концерт Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда була. Адресы: Кустарная урамы, 17. Киске сәғәт 7-лә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-02-07/glavnyy-bashkirskiy-reper-ms-bash-spoet-dlya-vlyublennyh-3134235

Автор:
Читайте нас: