-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраль 2023, 15:51

Ковид тағы 207 ауырыуҙа асыҡланған

 Республикабыҙҙа ковид йоҡтороусылар көн дә арта, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үткән тәүлектә вирус 207 ауырыуҙа асыҡланған.

Пандемия башланғандан алып был инфекцияны 349,3 меңгә яҡын сырхау йоҡторған.

Әлеге мәлдә 188 яҡташыбыҙ дауаханала ковидҡа ҡаршы дауа ала. Өйөндә дауаланыусылар – 1,5 мең тирәһе.

Уҙған ете көндә коронавирус менән сирләү кимәле 76 процентҡа артҡан, тип билдәләгәйне Хөкүмәттең кисәге оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.  

Ковидтан һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар. Вирус бер ҡайҙа ла китмәне, ул яныбыҙҙа ғына йөрөй.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: