+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраль 2023, 09:44

Инклюзив театр гастролдәре

Башҡортостан Республикаһының  “Факел” инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы “Инклюзив театр – минең – минең яңы мөмкинлектәрем!”проекты менән гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Президент грантын отто. Күптән түгел был проект сиктәрендә Ҡырмыҫҡалыла режиссер Гүзәл Дәүләтованың Ольга Степанова пьесаһы буйынса ҡуйылған “Бәхетле билмән” спектакле күрһәтелде.

Инклюзив театр гастролдәре
Инклюзив театр гастролдәре

Мәҙәни сараға Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел, Белорет һәм Иглин райондарынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Спектаклдән һуң,  “ Инклюзив театр ижади  коллективтарының формалашыу үҙенсәлектәре”, “Мәҙәни ойошмаларҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу” темалары буйынса лекциялар уҙҙы.

“Статус” инклюзив халыҡ художество театрында махсус белеме булмаған төрлө йәштәге һәм профессия кешеләре шөғөлләнә. Был уларҙың тәүге гостролдәре. Киләсәктә уны  республиканың тағы дүрт районында күрһәтеү планлаштырылған.

Проектың маҡсаты – тамашасыларҙы инклюзив театр  сәнғәте менән яҡындан таныштырыу һәм уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Спектакль  бөгөнгө ҡатмарлы заманда кешелек ҡиммәттәре хаҡында уйланырға саҡыра, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй һәм ниндәй генә хәлдә булғанда ла рухи көс, күңел хеҙмәте  ярҙамында  бейек үрҙәр яулау мөмкинлеге булыуын раҫлай.

Автор:
Читайте нас: