+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраль 2023, 15:09

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын ҡалдырҙы

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта бөгөн, 3 февралдә, билдәле булды.

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын ҡалдырҙы
Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын ҡалдырҙы

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта бөгөн, 3 февралдә, билдәле булды. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, медицина учреждениеһы етәксеһенең контракты тамамланған.

«Рөстәм Зәки улының контракт ваҡыты тамамланды. Ул һаулыҡ һаҡлау системаһында йәш табиптар өсөн остаз булып ҡала. Уның тәжрибәһе ғилми һәм белем биреү эшмәкәрлегенә йүнәлтелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Рөстәм Әхмәтшин — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты. 1963 йылдың 4 сентябрендә тыуған, Башҡорт дәүләт медицина институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда республика балалар клиник дауаханаһында табип-интерн булып башлай, һуңынан табип-уролог, урология бүлеге мөдире булып эшләй. 2003-2008 йылдарҙа — баш табип урынбаҫары, 2008 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһы етәксеһе булып эшләне. 2021 йылда Рөстәм Зәки улы Башҡортостан ҡоролтайына депутат итеп һайланды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-03/glavnyy-vrach-rustem-ahmetshin-rdkb-v-ufe-pokinul-svoy-post-3129192

Автор:
Читайте нас: