+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраль 2023, 10:44

Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройы, контракт хеҙмәте старшинаһы Алмаз Сафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала тейешле указға ҡул ҡуйған.

Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә
Рәсәй Геройы Алмаз Сафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Геройы, контракт хеҙмәте старшинаһы Алмаз Сафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә. Республика Башлығы Радий Хәбировбыл турала тейешле указға ҡул ҡуйған.

Республиканың Йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәгенә, Алмаз Сафин тыуып үҫкән Әлшәй районы Раевка ауылындағы 2-се мәктәпкә яугирҙең исеме бирелә.  

Герой хөрмәтенә ауыл урамдарының береһенә уның исемен биреү һәм Дан аллеяһында уның бюсын ҡуйыу планлаштырыла.

Алмаз Сафин махсус операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнаша. Йыл башында, 14 ғинуарҙа, дошман Красный Лиман йүнәлешендә әүҙем һөжүм итеү өсөн үҙенең резервтарын Кременная яғына алып сыға, шул рәүешле десантсыларҙың оборонаһын өҙөп, артабан ғәскәрҙәр төркөмөн тәьмин итеү юлдарын киҫергә йыйына. Алмаз Сафин етәкселегендәге десантсылар бер танкты, ике бронемашинаны һәм 50-гә яҡын ВСУ яугирен юҡ итә. Старшина Сафин яуҙа ҡаты яралана. Алыштан һуң ҡаһарман яҡташыбыҙ был яраларҙан вафат була.

Ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, яҡташыбыҙға һәләк булғандан һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: