+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраль 2023, 15:33

Башҡортостанда 14 һөт комплексы проекты тормошҡа ашырыла

Малсылыҡ – республика ауыл хужалығының көслө, төп тармағы, ул агропродукцияның яртыһынан ашыуын бирә. Башҡортостан – малсылыҡтың тулайым продукцияһы күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбендә, тине Башҡортостан Башлығы, һөт малсылығын үҫтереү буйынса кәңәшмәне асып.

Башҡортостанда 14 һөт комплексы проекты тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда 14 һөт комплексы проекты тормошҡа ашырыла

Малсылыҡ – республика ауыл хужалығының көслө, төп тармағы, ул агропродукцияның яртыһынан ашыуын бирә. Башҡортостан – малсылыҡтың тулайым продукцияһы күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбендә, тине Башҡортостан Башлығы, һөт малсылығын үҫтереү буйынса кәңәшмәне асып. Ул былтыр Йәрмәкәй районында эшләй башлаған «ЭкоНива» компанияһының малсылыҡ комплексы биләмәһендә үтте.

«Беҙҙең хужалыҡтарҙа 850 мең баштан ашыу эре мал (Рәсәйҙә өсөнсө урын), шул иҫәптән 360 мең баштан ашыу һыйыр аҫрала. 1,6 миллион тоннаға яҡын һөт етештерелгән. Дөйөм һөт етештереү һәм һыйырҙар һаны буйынса илдә икенсе урындабыҙ. Йыл һайын Рәсәйҙә һөт күләменең 5% тиклеме республикала етештерелә. Йәғни һәр егерменсе литры – беҙҙеке, Башҡортостандыҡы. Ҙур инвестиция проекттары, алдынғы технологиялар, заманса ҡорамалдар индереү, юғары продуктлы тоҡомло малдарҙы файҙаланыу, кадрҙар әҙерләү һөҙөмтәһендә ошондай күрһәткестәргә өлгәштек», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

2018 йылдан Башҡортостанда һөт тармағында дөйөм күләме 12 миллиард һумлыҡ 18 ҙур инвестиция проекты ғәмәлгә ашырылған. Бөгөн был яңы предприятиелар республикала етештерелгән тауар һөтөнөң өстән бер өлөшөн етештерә (252,4 мең тонна, 2018 йылға ҡарата 2 тапҡырға күберәк).

Былтыр Йәрмәкәй районының Семен-Маҡар ауылында «Башҡортостандың Төньяҡ Ниваһы» һәм Ауырғазы районының Ишле ауылында «Уңыш» предприятиелары индустриаль «һөт проекттарын» тамамланы, улар йыл һайын 90 мең тоннаға тиклем һөт бирер тип көтөлә.

«Райондар араһынан тәүлегенә 200 тонна һөт етештергән Саҡмағош районын билдәләп үтергә теләйем (2022 йылда 66,7 мең тонна). Ошо тарихи планкаға еткән район юҡ әле. Илеш (50,4 мең тонна), Ауырғазы (45 мең тонна), Дүртөйлө (42,5 мең тонна), Стәрлетамаҡ (39,8 мең тонна) райондарының да тауар һөтө етештереү буйынса күрһәткестәре һәйбәт», – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров фекеренсә, республиканың етештереү күләмен арттырыу өсөн резервтары бар.

«Һөт етештереү буйынса ҡеүәтебеҙ уртаса 60% ғына файҙаланыла. Мал аҙығы базаһы, заманса технологиялар беҙгә күберәк һөт етештерергә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, беҙ эшләйбеҙ, бер урында тапанмайбыҙ. Тиҙҙән 5 миллиард һумға тағы 14 һөт комплексы проектын тормошҡа ашыра башлайбыҙ. Киләһе биш йылда ошондай комплекстар иллегә еткерербеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-03/v-bashkirii-budut-realizovany-14-proektov-molochnyh-kompleksov-na-5-mlrd-rubley-3129258

Автор:
Читайте нас: