-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраль 2023, 15:09

3-сө бала табыу йорто перинаталь үҙәк итеп үҙгәртелде

Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто ҡала клиник перинаталь үҙәге итеп үҙгәртелде. Баш табип Зөһрә Гурова билдәләүенсә, 1 февралдән медицина учреждениеһы яңы статусҡа эйә булды.

3-сө бала табыу йорто – баш ҡаланың күптәнге бала табыу йорттарының береһе. 1958 йылдың эҫе июнь айында бында тәүге бәпес донъяға ауаз һалған.

Бала табыу йортонда ике ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй. 2014 йылда 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында – ҡатын-ҡыҙҙарҙы медицина-реабилитациялау бүлеге, ә 2016 йылда «Аҡ Роза» ҡатын-ҡыҙ һаулығын тикшереү үҙәге асылды.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: