+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраля 2023, 11:25

Яҡташыбыҙ тау саңғыһы буйынса Бөтә Рәсәй спорт ярышында өсөнсө урын яуланы

Башҡортостан спортсыһы тау саңғыһы спорты буйынса Бөтөн Рәсәй ярыштарында бронза призер булды

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ тау саңғыһы буйынса Бөтә Рәсәй спорт ярышында өсөнсө урын яуланыЯҡташыбыҙ тау саңғыһы буйынса Бөтә Рәсәй спорт ярышында өсөнсө урын яуланы
Яҡташыбыҙ тау саңғыһы буйынса Бөтә Рәсәй спорт ярышында өсөнсө урын яуланы

Башҡортостан спортсыһы тау саңғыһы спорты буйынса Бөтөн Рәсәй ярыштарында бронза призер булды. Белореттың «Морат» тау саңғыһы комплексында 12-15 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Л.В. Кедрина иҫтәлегенә турнир бара.

Кисә «слалом-гигант» дисциплинаһында тәүге миҙалдар уйнатылды. Арауыҡты үтеү йомғаҡтары буйынса Мәскәү спортсыһы Артемий Липов беренселекте бирмәне, икенсе урынды илебеҙҙең баш ҡалаһынан Фёдор Лебедев алды, өсөнсөлә — Башҡортостандан Илья Шадрин.

Иң көслө ун спортсы иҫәбендә Башҡортостан вәкилдәре лә бар — Егор Сорокин (5-се урын) һәм Михаил Труфанов (8-се урын).

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-02-02/yunior-iz-bashkirii-stal-prizerom-vserossiyskih-sorevnovaniy-po-gornolyzhnomu-sportu-3127536

Автор:
Читайте нас