+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 11:02

Газ үткәреү өсөн өҫтәмә ярҙам кемгә тейеш?

 Рәсәйҙә дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара.

Газ үткәреү өсөн өҫтәмә ярҙам кемгә тейеш?
Газ үткәреү өсөн өҫтәмә ярҙам кемгә тейеш?

 Рәсәйҙә дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.

Социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән бер йылдан ашыу элек бойомға ашырыла башланы.

«Атҡарылған эш һөҙөмтәһендә йөҙәр меңләгән ғаиләнең йортона газ үтте. Ләкин кәрәкле ҡорамалдың һәм уны газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың ҡиммәт булыуы сәбәпле, әлегә бының менән бөтәһе лә файҙалана алманы. Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарыбыҙҙың ҡайһы бер категорияларына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Тәү сиратта – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, аҙ килемле ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә», – тине Михаил Мишустин.

Субсидия күләме – 100 мең һумдан ашыу. Хөкүмәт бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәргә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплай. Бының өсөн 2023 йылда яҡынса 2,5 миллиард һум бүленә. Аҡса 54 төбәккә йүнәлтелә.

«Төбәк башлыҡтары иғтибарына: халыҡ ошондай ярҙам алыу мөмкинлеге хаҡында белһен һәм түләүҙәрҙе юллағанда артыҡ бюрократия менән осрашмаһын», – тип билдәләне Михаил Мишустин.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: