+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраль 2023, 16:20

Өфөлә саңғы ярышы ойошторола

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» ярышы ойошторола. Ярыш ике этапта үткәрелә.

Өфөлә саңғы ярышы ойошторола
Өфөлә саңғы ярышы ойошторола

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарыла. Ярыш ике этапта үткәрелә. 9 февралдә М.Ғафури исемендәге паркта мәктәп, колледж, вуз, предприятие һәм ойошмаларҙың командалары, шулай уҡ теләге булған һәр кем 1,5 саҡрым араны үтергә тейеш. Өлкән йәштәгеләрҙе өсөн айырым ярыш көтә. Бынан тыш, бында ГТО нормаларын тапшырырға мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Икенсе этап, 11 февралдә, Комаров урамындағы биатлон буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә ойошторола. Унда район ярыштарында еңеүселәр ҡатнаша.

Шарттары һәм ғариза өлгөһө һылтанма буйынса баҫылған.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-02-02/v-ufe-proydet-lyzhnya-rossii-2023-3127740

Автор:
Читайте нас: