+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 11:04

Өфөлә студенттар кампусы асыла

Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы бизнесты, фәнде, алдынғы мәғарифты йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығы булырға тейеш, тип хәбәр итте хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.  

Өфөлә студенттар кампусы асыла
Өфөлә студенттар кампусы асыла

Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы бизнесты, фәнде, алдынғы мәғарифты йәлеп итеү һәм интеграциялау майҙансығы булырға тейеш. Был хаҡта хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров кәңәшмәлә белдерҙе.

«Кампус Башҡортостандың прогрессив үҫешенә этәргес бирер тип ышанабыҙ. Беҙ беренсе сиратты 2023 йылдың аҙағында сафҡа индереү бурысын үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. «IQ-парк»ты асырға кәрәк. Әле эштәргә аҙналыҡ мониторинг үткәрәбеҙ, кәрәк булған осраҡта быны йышыраҡ та эшләргә мөмкин. 2025 йылда кампусты тулыһынса файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ. Әле унда эш күп. «Фән һәм мәғариф сәғәте»н кампус менән шөғөлләнгән эшсе төркөм менән бергә уҙғарырбыҙ», — тине Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-31/mezhvuzovskiy-studencheskiy-kampus-v-ufe-planiruyut-otkryt-v-2025-godu-3125384

Автор:
Читайте нас: