+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 08:30

Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека юллаған

IT-белгестәр өсөн тәғәйенләнгән льготалы ипотеканы 2022 йылда – 65 (424 миллион һумлыҡ), быйыл ғинуарҙа өс кеше (32,62 миллион һумлыҡ) алған.  

Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека юллаған
Башҡортостанда 68 IT-белгес льготалы ипотека юллаған

IT-белгестәр өсөн тәғәйенләнгән льготалы ипотеканы 2022 йылда – 65 (424 миллион һумлыҡ), быйыл ғинуарҙа өс кеше (32,62 миллион һумлыҡ) алған.

Был программа буйынса иң ҙур ставка йылына 5 % тәшкил итә, төбәк һәм банк программалары иҫәбенә уның түбән булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, 2022 йылдың декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте менән республикалағы IT-компаниялар өсөн ипотека кредиттары буйынса ставканы 4% тиклем кәметеү тураһында килешеү төҙөгән.

 “Айтишниктар”ға льготалы кредит биреү ҡағиҙәләре лә ябайлаштырыла. Мәҫәлән, хәҙер льготалы кредит 18-ҙән 50 йәшкә тиклемге белгестәргә бирелә (элек 22-нән 44 йәшкә тиклем ине). Шулай уҡ минималь эш хаҡына ла талап йомшарҙы: миллионлы ҡалалар өсөн ул 150 меңдән 120 мең һумға тиклем кәметелде, башҡа биләмәләр өсөн – 120 меңдән 70 мең һумға тиклем. Ә Мәскәү өсөн талап үҙгәрешһеҙ ҡалды – 150 мең һум.

Был программа буйынса, ғөмүмән, 18 миллион һумға тиклем кредит алып була. Банктар бөгөн яңы шарттарға ярашлы льготалы ипотекаға ғаризалар ҡабул итә. Ә тәүге заемдар 2023 йылдың 7 февраленән бирелә башлай.

Бынан тыш, программаны 2024 йылға тиклем оҙайтыу планлаштырыла. Күҙаллауҙар буйынса, 20 меңгә яҡын IT-белгес ошо ярҙам сараһынан файҙалана аласаҡ. 2022 йылдан 2024 йылға тиклем программа Рәсәйҙәге IT-компанияларҙың 50 мең самаһы хеҙмәткәренә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:
Читайте нас: