+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраль 2023, 16:13

Ҡалтасы районынан Валентина Изибаеваға – 100 йәш

Ҡалтасы районының Күтәрем ауылында йөҙйәшәрҙе тыуған көнө менән тәбрикләнеләр – Валентина Изибаева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.

Район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Валентина Александровна 1923 йылдың 23 ғинуарында Кәлтәй ауылында тыуған. Уның ғаиләһе кулак тип, Иркутск өлкәһенә һөргөнгә ебәрелгән. Тыуған яғына ул һуғыш йылдарында ғына әйләнеп ҡайтҡан, тылда тир түккән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ошо уҡ ауылға Кузьма Изибаев та фронттан ҡайтып төшкән. Улар өйләнешеп, биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Хәҙер йөҙйәшәрҙең 11 ейән-ейәнсәре, 8 бүлә-бүләсәре һәм бер тыуасары бар. Валентина Александровна өлкән ҡыҙы Людмила менән йәшәй.

«Йөҙйәшәр инәйҙең тормошто яратыуы һоҡландыра. Ҡотлауҙарҙы ҡабул иткәндә ул, бүләк алыу күңелле, тағы 100 йыл йәшәргә кәрәк, тине. «Эшләгеҙ, тик ултырмағыҙ, минең кеүек оҙаҡ йәшәрһегеҙ» тип кәңәш тә бирҙе», – тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Фото:Ҡалтасы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: