-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
31 Ғинуар 2023, 09:07

Республикала ниндәй ойошмалар хеҙмәткәрҙәргә мохтаж?

Республикала хеҙмәткәрҙәргә мохтаж предприятиеларҙың исемлеге, шулай уҡ талап ителгән һөнәрҙәр исемлеге раҫланды.

Республикала ниндәй ойошмалар хеҙмәткәрҙәргә мохтаж?
Республикала ниндәй ойошмалар хеҙмәткәрҙәргә мохтаж?

Башҡортостан хөкүмәте хеҙмәткәрҙәргә мохтаж ойошмалар, шулай уҡ талап ителгән һөнәрҙәр исемлеген раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Раҫланған исемлектә — республиканың 55 предприятиеһы. Улар араһында КүмАПП, БМК, «НефАЗ», «Стеклонит», Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, «ОДК-УМПО», «ЕСМ», Салауат химия заводы, «Витязь» машиналар эшләү компанияһы, Росстандарттың төбәк үҙәге һәм башҡа ойошмалар бар.

Талап ителгән 77 һөнәр иҫәбендә — аккумуляторсы, гальваник, кейем бесеүсе, маляр, участка мастеры, крансы, слесарь, термист, токарь, тегенсе һәм башҡалар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-30/v-bashkirii-utverzhden-perechen-nuzhdayuschihsya-v-rabotnikah-predpriyatiy-3123940

Автор:
Читайте нас: