+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Января 2023, 11:52

Мәктәптәр балҡып торһон тип

Башҡортостанда 2022 йылда “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” программаһы буйынса 63 мәктәп бинаһы ремонтланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәптәр балҡып торһон типМәктәптәр балҡып торһон тип
Мәктәптәр балҡып торһон тип

Башҡортостанда 2022 йылда “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” программаһы буйынса 63 мәктәп бинаһы ремонтланған. Биналарҙың ҡыйығын яңыртҡандар, кластарҙы һәм спорт залдарын тәртикә килтергәндәр. Бының өсөн 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән: 2,9 миллиарды – федераль бюджеттан, 600 миллионы – республика ҡаҙнаһынан.

2023 йылда иһә республикала был программаға 77 мәктәп инәсәк, уларҙы ремонтлауға 4,3 миллиард һум тотоноу күҙаллана. 3,6 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 700 миллион һумы республикабыҙҙан биреләсәк.

– Был бик ҙур сумма, республикаға миллиард һумдар килә. Заявкалар йыйылды, ремонт талап ителгән объекттар һайланды. Ҡәтғи ваҡыттар билдәләнде. Әле муниципаль контракттар төҙөлә, – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Министр билдәләүенсә, муниципалитет, мәктәпте капиталь ремонтлауға подряд ойошмаһын һайлау менән бер рәттән, төҙөлөш барышын күҙәтеүгә лә мотлаҡ контракт төҙөй. Ата-әсәләр ҙә ремонт үтәлешенә контроллек итә.

Федераль программа мәктәп биналарын ремонтлау менән бергә кәрәкле йыһаздар һатып алыуҙы һәм уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе лә күҙ уңында тота.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас