-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
31 Ғинуар 2023, 12:36

Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла

9 февралдә “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы ауылдарҙа Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтәсәк.

Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла
Берҙәм ғаилә консультациялары көнө уҙғарыла

9 февралдә “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы ауылдарҙа Берҙәм ғаилә консультациялары көнө үтәсәк. Был турала Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәт хәбәр итә.

Күсмә Берҙәм ғаилә консультациялары көнө 54 ауылда ойошторола. Был көндә теләүселәр социаль хеҙмәтләндереү, эшкә урынлашыу, социаль ярҙам, ғаиләгә психологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса консультациялар алырға мөмкин.

Исемле социаль контракт буйынса ярҙамды нисек юлларға, мәшғүллек үҙәге халыҡҡа ниндәй вакансиялар тәҡдим итә, яңы һөнәрҙәргә нисек уҡырға, эскелектән йәки наркоманиянан яфаланған яҡын кешеңә ни рәүешле булышлыҡ итергә, ғаиләлә кемдер йәберләнгәндә ни эшләргә – Берҙәм ғаилә консультациялары көнө барышында ошо һәм башҡа һорауҙарға төплө яуап алырға мөмкин буласаҡ.

Райондарҙа Берҙәм ғаилә консультациялары көнөн үткәреү урынын һәм ваҡытын Башҡортостандың Ғаилә порталында аныҡлай алаһығыҙ. Сарала “Ғаилә” хеҙмәте, мәшғүллек үҙәге белгестәре, адвокаттар һәм юристар, опека органдары һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ табип-наркологтар ҡатнашасаҡ.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә порталынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: