+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
31 Ғинуар 2023, 10:56

Бөгөн Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт» исемле концертына саҡыра

31 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова "Мөхәббәт" тигән концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.

Бөгөн Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт» исемле концертына саҡыра
Бөгөн Сәйҙә Ильясова «Мөхәббәт» исемле концертына саҡыра

 31 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостандың халыҡ артисы Сәйҙә Ильясова "Мөхәббәт" тигән концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Күптән түгел яратҡан йырсыбыҙ  «Ғүмерҙең йәмле сағы» йыйынтығының исем туйын билдәләгәйне. Унда Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Ҡәҙим Аралбай кеүек башҡорт шағирҙарының һүҙҙәренә үҙе ижад иткән йырҙар яңғыраны.«Мөхәббәт» исемле яңы программала йырсының үҙенең һәм атаһы – шағир, ҡурайсы Ғәли Ильясовтың шиғырҙары, йырҙары яңғыраясаҡ. "Тормош, осрашыу-хушлашыуҙар, хыянат һәм ышаныс, өмөтһөҙлөк һәм өмөт, йәшәүгә көс уятҡан йырҙар һәм ошолар хаҡта уйланыуҙарым урын аласаҡ. Концерт йөрәктәргә йылылыҡ һәм ышаныс ҡуҙы һалһын", - тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сәйҙә Ильясова.

Кисәне Рушан Биктимеров, Артур Шәрипов, Илшат Ишморатов, Евгения Цыпина, Рәмил Мостафин, шулай уҡ Илдар Абдуллин, Алиса Йомағәлиева, Венер Сәйфетдиновтың йырҙары һәм балет артистары Рөстәм Ғәндәлипов, Татьяна Мутафи, Розалина Йәғәфәрова, Камилә Бүкәнбаеваларҙың сығышы биҙәйәсәк. Сәйҙә Ильясова ҡыҙҙары Дилбәр һәм Ғәлиә менән дә йыр яҙҙырған.

 Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.

Фото йырсының сәхифәһенән алынды.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: