+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Января 2023, 03:30

2036 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы дүрт йылға артырға тейеш

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен оҙайлы күҙаллауға ярашлы, 2036 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,66 йәшкә етергә тейеш, был 2021 йылғы кимәлдән 6% юғарыраҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
2036 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы дүрт йылға артырға тейеш2036 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы дүрт йылға артырға тейеш
2036 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығы дүрт йылға артырға тейеш

Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен оҙайлы күҙаллауға ярашлы, 2036 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,66 йәшкә етергә тейеш, был 2021 йылғы кимәлдән 6% юғарыраҡ.

Консерватив сценарий буйынса, 3,9%, 72,18 йәшкәсә артыуы ихтимал.

2025 йылда төп вариантта ғүмер оҙонлоғо – 71,13 йәшкә хәтлем (2021 йылға +2.4% ), ә консерватив вариантта 70,92 йәшкәсә (+2.1%) арта. Был сабыйҙар үлеме, шулай уҡ эшкә һәләтле йәштә вафат булыу осраҡтарының кәмеүенә бәйле булыр тип көтөлә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас