+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Января 2023, 07:07

Ултырышҡа килмәгән депутаттарҙы мандаттан мәхрүм итеү башланғысы хупланды

Дәүләт Думаһы сәбәпһеҙ ултырыштарға килмәгән төбәк һәм муниципаль депутаттарҙың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул иткәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ултырышҡа килмәгән депутаттарҙы мандаттан мәхрүм итеү башланғысы хупландыУлтырышҡа килмәгән депутаттарҙы мандаттан мәхрүм итеү башланғысы хупланды
Ултырышҡа килмәгән депутаттарҙы мандаттан мәхрүм итеү башланғысы хупланды

Башҡортостан парламентында федераль ҡануниәттең яңы формаһы («Рәсәй Федерацияһы субъекттарында асыҡ власты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон сығарыу акттары) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр индермәй, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда 2005 йылда уҡ «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты статусы тураһында» Законға үҙгәрештәр индерелеп, был мәсьәләгә нөктә ҡуйылды. Законда ошо положениеның булыуы парламент дисциплинаһын тәьмин итә. Әгәр депутат объектив сәбәптәр, мәҫәлән, күсенеүгә йәки тығыҙ эш графигына бәйле бурыстарын үтәй алмай икән, ул ғариза яҙып, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтата. Депутат мандаты билдәләнгән тәртиптә алмаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ғинуарҙа Дәүләт Думаһы алты ай рәттән нигеҙһеҙ сәбәпһеҙ барлыҡ ултырыштарға килмәгән төбәк һәм муниципаль депутаттарҙың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙы күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-01-30/gossobranie-bashkirii-podderzhalo-initsiativu-lishat-mandata-deputatov-progulivayuschih-zasedaniya-3123372

Автор:
Читайте нас