-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ғинуар 2023, 12:11

Республикабыҙ ишле ғаиләләр һаны буйынса – илдә етенсе урында

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Ә Волга буйы федераль округында республикабыҙ был йәһәттән алдынғылыҡты һаҡлап ҡалды.

Республикабыҙ ишле ғаиләләр һаны буйынса – илдә етенсе урында
Республикабыҙ ишле ғаиләләр һаны буйынса – илдә етенсе урында

Башҡортостан ишле ғаиләләр һаны буйынса Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Ә Волга буйы федераль округында республикабыҙ был йәһәттән алдынғылыҡты һаҡлап ҡалды. Башҡортостанда бөтәһе 59 мең ишле ғаилә йәшәй, был иһә 2010 йылға ҡарағанда 24,7 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте, 2021 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәрен килтереп.

Статистика күрһәтеүенсә, республикала 18 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр араһында ишле ғаиләләрҙең өлөшө 12,5 процентҡа еткән (2010 йылда ул 8,4 процент тәшкил иткән).

Башҡортостандың ишле ғаиләләре ер йәки уның урынына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация алыу хоҡуғына эйә. Республикала был түләүҙең суммаһы – 250 мең һум.

Шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр мәктәптәрҙә туҡланыу өсөн хаҡ түләмәй.

Бынан тыш, Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре махсус танытма алырға мөмкин. Ул сауҙа үҙәктәрендә, театрҙарҙа һәм музейҙарҙа ташламаға хоҡуҡ бирә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

 

Автор:
Читайте нас: