+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Января 2023, 05:48

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры “Ҙур гастролдәр”гә юлланасаҡ

2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Ҙур гастролдәр» Бөтә Рәсәй гастролдәр-концерт планы программаһында ҡатнашыусыларҙың исемлеге билдәле булды. Рәсәйҙең 98 театры ингән был исемлектә  Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрының да булыуы ҙур һөйөнөс. Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин билдәләүенсә, был федераль программала ҡатнашыу - һәр театр өсөн ҙур уңыш.

Добавить в предпочтительные источники Google

– «Ҙур гастролдәр»ҙә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. 2021 йылда был программа ярҙамында Ҡырым Республикаһының Ҡырым-татар музыкаль театры менән алмаш гастролдәр ойошторолдо. Быйыл башҡорт театр сәнғәте менән Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы тамашасылары танышасаҡ - сентябрҙә беҙ Нальчик ҡалаһының Максим Горький исемендәге Рус драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡбыҙ. Ә апрель айында театр коллективын үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ. Бындай гастролдәр, ғәҙәттә, өс-дүрт көн дауамында бара”, - тине Иршат Ишбулат улы.  

 «Ҙур гастролдәр» программаһының төбәк-ара йүнәлеше 2017 йылда асыла. Ул - Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың билдәле театрҙары, шулай уҡ илебеҙҙең аҙ билдәле театрҙары ҡатнашҡан ҙур проекттарҙың береһе. Программа театр коллективтарына күрше өлкәләргә генә түгел, ә алыҫ төбәктәргә, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Пермь, Екатеринбург һәм Ярославль кеүек бай тарихлы театр сәхнәләрендә сығыш яһарға, тәжрибә менән уртаҡлашырға мөмкинселек бирә.  "Ҙур гастролдәр" федераль проекты театрҙарҙың үҙ-ара бәйләнешен киңәйтеп, уртаҡ маҡсаттар ҡуйыуына булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, театр сәнғәтен яңы кимәлгә лә күтәрә.

Автор:
Читайте нас