+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ғинуар 2023, 13:51

Коронавирус йоҡтороусылар арта

Үткән тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡторған 105 сырхау теркәлгән.

Коронавирус йоҡтороусылар  арта
Коронавирус йоҡтороусылар арта

Үткән тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡторған 105 сырхау теркәлгән. Ковид, дөйөм алғанда, Башҡортостанда 348 меңгә яҡын ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Бөгөнгө көндә 155 сирле дауаханала ята, 103-ө – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 1 322, уларҙың 422-һе – өлкән йәштәгеләр.

Пандемия башланғандан бирле 340,5 меңдән ашыу кеше инфекциянан сәләмәтләнеүгә өлгәшкән. Шуларҙың 48-е уҙған тәүлектә һауыҡҡан.

Вакцинацияға килгәндә, әлеге ваҡытта республикала ковидҡа ҡаршы прививканың ике компонентын да 3,384 миллионға яҡын кеше яһатҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: