+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Января 2023, 07:57

Өфөлә Спорт көрәше үҙәге янында ике яңы урам төҙөлә

Был эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә финанслана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Спорт көрәше үҙәге янында ике яңы урам төҙөләӨфөлә Спорт көрәше үҙәге янында ике яңы урам төҙөлә
Өфөлә Спорт көрәше үҙәге янында ике яңы урам төҙөлә

Быйыл Өфөлә Спорт көрәше үҙәге һалына башлаған кварталда ике яңы төҙөлә. Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә финанслана.

Был хаҡта социаль селтәрҙә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ике урамдың дөйөм оҙонлоғо — бер саҡрымға яҡын. Урам ситтәрендә парковкалар һәм тротуарҙар төҙөлә.

Юлдар һалыуҙы 2024 йылда, Өфөнөң 450 йыллығына тамамлау планлаштырыла.

Баш ҡала мэры Октябрь проспектында урынлашҡан «Ҡурай тотҡан малай» фонтаны тирәләй майҙанды («Искра» кинотеатры алдында) төҙөкләндереү тураһында ла хәбәр итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-30/v-ufe-nachnut-stroit-dve-novye-ulitsy-vozle-tsentra-sportivnoy-borby-3123574

Автор:
Читайте нас