+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Января 2023, 03:46

Уҡытыусылар ҙа «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнаша ала

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация нормалары тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусылар ҙа «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнаша алаУҡытыусылар ҙа «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнаша ала
Уҡытыусылар ҙа «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнаша ала

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация нормалары тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерелде. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр башлыса «тренер» һүҙен «тренер-уҡытыусы»ға алмаштырыуға ҡағыла. Тимәк, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алырға хоҡуҡлы.

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткереләсәге хаҡында билдәләп үтәбеҙ. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

Сығанаҡ: «Башинформ». 

Автор:
Читайте нас