+17 °С
Облачно


Татарстандың Дәүләт Советы республика президенты атамаһын «Татарстан Республикаһы Башлығы (Рәйес)» тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Субъект башлығының атамаһын үҙгәртеү тураһында ҡарар 2022 йылдың декабрендә ҡабул ителде һәм күсеш осоро билдәләнде. Уның буйынса, «Рәйес» атамаһы бары тик республиканың яңы һайланған етәксеһенә генә ҡулланылырға тейеш ине. Хәҙерге етәксене 2025 йылға тиклем, уның вәкәләттәре ваҡыты тулғансы, республика президенты тип атарға тәҡдим ителде.