-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Января 2023, 05:00

Нагаевола яңы поликлиника төҙөләсәк

Өфө эргәһендәге Нагаево ҡасабаһында яңы поликлиника төҙөләсәк. Уны һалыуға 267 миллион һумға яҡын аҡса тотоноу күҙаллана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нагаевола яңы поликлиника төҙөләсәкНагаевола яңы поликлиника төҙөләсәк
Нагаевола яңы поликлиника төҙөләсәк

Өфө эргәһендәге Нагаево ҡасабаһында яңы поликлиника төҙөләсәк. Уны һалыуға Социаль маҡсатлы программмалар фондынан аҡса йүнәлтеләсәк. Яңы поликлиниканы төҙөүгә 267 миллион һумға яҡын аҡса тотоноу күҙаллана.

 Башҡортостан Капиталь төҙөлөш идаралығы эштәрҙе башҡарыу өсөн подрядсы эҙләй. Был турала дәүләт закупкалары сайтында хәбәр ителә. Аукционда еңеүсе дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр булған өс ҡатлы поликлиниканы сафҡа индерәсәк.

 Поликлиникала балалар һәм ололар өсөн бүлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, эндокринолог, офтальмолог кабинеттары, хирургия һәм физиотерапия бүлектәре буласаҡ. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, медицина учреждениеһын ағымдағы йыл аҙағына тиклем төҙөргә тейештәр.

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас