

Тәүлек эсендә тағы 75 ауырыуға коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Был аҙнала иһә вирус йоҡтороусылар һаны көнөнә 70-кә етмәй ине әле.
Әлеге ваҡытта стационарҙа 151 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә, 106-һы – өләсәйҙәр һәм олатайҙар. Туғыҙ сирленең хәле ауыр, берәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған. Сирҙе еңелерәк үткәреп өйөндә дауаланыусылар – 1 180, шуларҙың 354-е – 60 йәште үткән кешеләр.
Үткән тәүлектә 31 кеше коронавирустан һауыҡҡан. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә унан үлем осраҡтары булмаған.
Фото “Башинформ”дан алынды.