-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ғинуар , 09:10

Райондарҙа халыҡ һаны кәмей

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында республиканың ҡайһы райондарында халыҡ һаны кәмегән.

Райондарҙа халыҡ һаны кәмей
Райондарҙа халыҡ һаны кәмей

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ғинуар - ноябрь айҙарында республиканың ҡайһы райондарында халыҡ һаны кәмегән.

Республика буйынса тәбиғи кәмеү 11 355 кеше тәшкил иткән. Был күрһәткескә ярашлы, 1 000 кешегә 3,1 тура килә. 14 муниципалитетта ул уртаса республика кимәленән юғарыраҡ, ә 49 район биләмәһендә кәмерәк. 2022 йылдың 11 айы эсендә Бөрйән һәм Өфө райондарында халыҡ артымы 1 000 кешегә 3 һәм 2,7 тәшкил иткән. Шулай уҡ Әбйәлил (+0,7), Баймаҡ (+0,5) райондарында, Нефтекамала (+0,5) халыҡ һаны бер ни тиклем артҡан.  

Халыҡтың кәмеүе буйынса “лидерлыҡ"ты Борай районы алған, тәбиғи кәмеү күрһәткесе бер мең кешегә 12,2 тәшкил иткән. Шулай уҡ Федоровка, Шаран, Стәрлебаш, Баҡалы райондарында тыуымға ҡарағанда үлем осраҡтары күберәк.

Автор:
Читайте нас в