+1 °С
Ясна


3-10 февралдә Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге һәм Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.
Иң көслө биатлонсылар исемен яулау өсөн илдең 28 төбәгенән 19-21 йәшлек 185 спортсының килеүе көтөлә.
Улар суперспринт, ҡатнаш эстафета һәм масстарт буйынса көс һынашасаҡ. Ярыштар олимпия резервы мәктәбенең спорт комплексында ойошторола.