-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Января 2023, 04:35

Баҡалы районында яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде

Баҡалы районының мәҙәниәт һарайына башҡорт әҙәбиәте классигы, легендар "Ҡыҙыл паша" авторы Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡалы районында яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелдеБаҡалы районында яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде
Баҡалы районында яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың исеме мәңгеләштерелде

Баҡалы районының мәҙәниәт һарайына башҡорт әҙәбиәте классигы, легендар "Ҡыҙыл паша" авторы Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына 2023 йылдың 23 ғинуарында ҡул ҡуйылған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштерергә Баҡалы районы хакимиәте тәҡдим иткән. Саралар Баҡалы районы хакимиәте бюджеты иҫәбенә финанслана. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа йөкмәтелгән.

Нәжиб Асанбаев (1921-2013) – күренекле башҡорт прозаигы, шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. Уның ижады әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына ингән.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас